АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Сентябрь 2021, 10:20

Сәләмәтлек поезы Хәйбуллала

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк” программаһына ярашлы Хәйбулла районында “Сәләмәтлек поезы” эшмәкәрелеген дауам итә. Бүребай ҡасабаһында элекке хәрби тау-ҡотҡарыу часы урынлашҡан бинала медицина үҙәге эшләй. Республика кардиоүҙәгенең кардиомобиле лә ошо биләмәлә халыҡты ҡабул итә.

Сәләмәтлек поезы Хәйбуллала
Сәләмәтлек поезы Хәйбуллала

 Үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәрҙең артериаль ҡан баҫымы үлсәнә, пульсоксиметрия яһала, анализдар бирә, ЭКГ үтә. Республика кардиология үҙәге табип-кардиологы, табип эхокардиография кардиологына күптәр күренеп ҡалырға тырыша. Аҡъяр үҙәк дауаханаһы белгестәре лә ҡабул итә. Табиптар 17-23 сентябрҙә Бүребайҙа эшләгәндән һуң, 24-28 сентябрҙә Уфимка ауылында, 29-30 сентябрҙә Йәнтештә буласаҡ.

Ҡабул итеүҙәр барышында коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй.

#нацпроекты#миллипроекттар

Сәләмәтлек поезы Хәйбуллала
Сәләмәтлек поезы Хәйбуллала
Автор:Гульдар Кадаева