Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2021, 17:00

Яҡтылыҡ, камера, мотор!

Сибай ҡалаһының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен, тарихын һаҡлауға һәм яҡлауға айырым иғтибар бирелә. Бында башҡорт телендә тапшырыуҙар әҙерләүгә Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам иткән.

Яҡтылыҡ, камера, мотор!
Яҡтылыҡ, камера, мотор!

 “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының “Тирмәкәй.РУ” медиастудияһында даими рәүештә: “Яҡтылыҡ, камера, мотор!”—кеүек тауыштар яңғырай. Студияла быйылғы йылдың 1 мартынан эштәр гөрләй. Ҡыҙҙар һәм малайҙар туған телдәрендә төбәк яңылыҡтарын ғына түгел, донъяла барған хәлдәрҙе лә яҡтырта. Бындай мөмкинлеккә кескәйҙәр “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү грантында еңеү яулап өлгәште. Студия 7 ай эшмәкәрлеге дәүерендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн 9 тапшырыу әҙерләп сығарған. Был йүнәлештә педагогтарға иң ҡыйыны техника менән эш итеү булған.

Планға ярашлы студия айына ике тапшырыу әҙерләргә тейеш. Материалдарҙың барыһыла социаль селтәрҙәргә, Бәйләнештә төркөмөнә ҡуйыла. Балалар тапшырыуҙарға ҡатнашыу өсөн ҡунаҡтар ҙа саҡыра. Әйтәйек, йәй көнө һыу инеү хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы бүлеге хеҙмәткәре сығыш яһаған. Педагогтар һәм кескәйҙәр башланғыстарын хуплап тороусы, башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараусы тамашасыларына ҙур рәхмәтле.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева