АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2021, 16:35

Чемпионаттың еңеүселәре тәбрикләнде

“Урал аръяғы—2021” инвестицион һабантуй сиктәрендә "Глобал Менеджмент Челендж" стратегия һәм бизнесҡа идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы финалы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Сибай ҡалаһының коворкинг-үҙәгендә үтте.Төбәктә чемпионат Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторолдо.

Чемпионаттың еңеүселәре тәбрикләнде
Чемпионаттың еңеүселәре тәбрикләнде

-- Глобал Менеджмент Челендж" - стратегик беренселек буйынса донъяла иң ҙур чемпионат. Унда Башҡортостан Республикаһы быйыл беренсе тапҡыр ҡатнашты. Үҙенсәлекле ярышта ҡала, район хакимиәте башлыҡтары, бизнес-шерифтар, эшҡыуарҙар бергәлешеп бизнес, предприятие менән идара итеү уйындар ҡорҙо. әйтергә кәрәк, беҙҙекеләр беренсе йыл ғына ҡатнашһалар ҙа уңышлы ғына сығыш яһанылар, халыҡ-ара чемпионатта ла еңеүгә өмөт бар, -- ти Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитиеты рәйесе Нияз Фазылов

Ярышта ҡатнашыусылар иғтибарына старт күрһәткестәре бер иш булған виртуаль компаниялар тәҡдим ителә. Уйында ҡатнашыусылар шул компанияларҙың комплекслы үҫеш, иҡдисадта һәм донъя баҙарындағы конкуренция шарттарында уның менән идара итеү стратегияһын эшкәртергә тейеш. Командаларҙың маҡсаты үҙҙәренең виртуаль компанияһына инвестииция йәлеп итиеү өсөн һәр аҙна һайын маркетинг, производство, кадрҙар, финанстар, логистика өлкәһендә  75 стратегие ҡарар ҡабул итеү. Шул уҡ ваҡытта башҡалар менән ярышыу ҙа зарур. Чемпионаттың беренсе турҙары интернет аша онлайн уҙғарылған.

-  Был чемпионат - ҡатнашыусылар өсөн бына тигән ҡорал, ул идара итеү өлкәһендә белемдәрҙе һәм мөмкинлектәрҙе киңәйтергә киң офоҡтар аса. Заманса технологиялар бер урында ғына тормай, бер-береһен уҙып китә. Теге йәки был өлкәлә уларҙы нисек тиҙерәк үҙләштерә алаһалар, хеҙмәт баҙарында иң ҙур ихтыяж менән файҙаланылған белгес булып китәсәктәр. Ярыш тиҙ ваҡыт эсендә үҙендең идара итеү һәм шәхси сифаттарыңды камиллаштырырға мөмкинлек бирә,-- тине Рәсәй фәндәр академияһының инновацион белем биреү технологиялар проекттары үҙәге директоры Александр Соловьев.

Шулай уҡ чемпионат теоретик белемде ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге бирә һәм бизнес-белем биреүгә әйҙәгән донъя тәжрибәһен берләштереп, төп идара итеү һәм шәхси күнекмәләрҙе эшләргә ярҙам итә.

Чемпионатта беренсе урынды "Строймаркет" ойошмаһы яуланы. "Көмөш"миҙалға шәхси эшҡыуар Туҡтаровтың хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булһа, өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ район хакимиәте вәкиле Айҙар Әбүбәкеров алды. Еңеүселәр 24-25 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Команда составына Хәйбулла, Ҡыйғы, Борай, Стәрлетамаҡ районы эшҡыуарҙары инде.

Автор:Гульдар Кадаева