АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2021, 16:10

Сибайҙан Баймаҡҡа киттеләр

Рәсәй федераль медик-биология агентлығының медицина отряды белгестәре республикабыҙҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы медицина тикшеренеүҙәре уҙғара башланы. Уларҙың маршруты төбәгебеҙҙең 8 ҡалаһы һәм ауылын үҙ эсенә ала. Тәүгеләрҙән булып улар Сибайға килде.

Сибайҙан Баймаҡҡа киттеләр
Сибайҙан Баймаҡҡа киттеләр

Ҡала хакимиәте етәкселеге, медицина учреждениелары табиптары агентлыҡ белгестәрен “Урал аръяғы шифаханаһы”нда ҡаршы алды. Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙан килгән төркөм беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыу сиктәрендә поликлиникала халыҡты ла ҡабул итте.

--Баш ҡаланан килгән белгестәр ҡабул итеүгә алдан яҙылғандарҙы ҡараны.

Уларҙың барыһын да тикшереп, тейешле кимәлдә дауаланыу билдәләне. Кемгәлер артабан тикшеренеү өсөн йүнәлтмәләр бирелһә, урында хәл ителә торған мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Республика дауаханаларына ла йүнәлтмә бирҙеләр, сәләмәтлек тороштары ныҡ ҡаҡшағандар федераль үҙәккә йүнәлтелде, --тине Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.

Халыҡты ҡабул итеүҙән тыш агентлыҡ табиптары республика белгестәренә ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Мәскәү табиптары бригадаһында 9 табип-белгес ололарға медицина ярҙам күрһәтеү буйынса махсуслашһа, етәүһе -- балалар менән эшләй.

--Уҙып киткән йыл, ғөмүмән алғанда, коронавирус пандемияһына бәйле еңелдән булманы. Шунлыҡтан бөтә ил буйынса халыҡ араһында профилактик эштәр атҡарыуҙа ауырлыҡтар килеп тыуҙы. Шул етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр өсөн дә беҙ Башҡортостанға коллегаларыбыҙға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтергә килдек.

Әйтергә кәрәк, беҙҙе ҡунаҡсыл башҡорт ерендә бик йылы ҡаршы алдылар. Бындай мөнәсәбәт һәр беребеҙгә дәртләнеп эшләргә көс бирҙе,--тине Нижний Новгород ҡалаһының №3, 4 поликлиникалары мөдире Игорь Хайтаров.

Ысынлап та, уларҙы сибайҙар йырлап-бейеп, милли ризыҡтар менән ихлас ҡаршы алды. Халыҡты ҡабул итә башлағанға ҡәҙәр белгестәр поликлиникала булып, ундағы мөмкинлектәр, заманса медицина ҡорамалдары менән танышты.

Агентлыҡ табиптарының Сибайҙағы эш көнө уңышлы үтте. Артабан уларҙың махсуслаштырылған бригадаһы Баймаҡ ҡалаһына юлланды.

 

Автор:Гульдар Кадаева