АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Август 2021, 10:00

Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр

Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте. Был тармаҡ вәкилдәре уҙған уҡыу йылына беренсе тапҡыр айырым йомғаҡ яһаны, киләсәккә пландар ҡорҙо.

Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр
Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр

Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова билдәләүенсә, быйыл тәү тапҡыр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре мәғариф бүлегенән айырымланып яңы фортматта кәңәшмә уҙғарҙы. Бындай алым күптән кәрәк ине, сөнки Сибайҙа мәҙәниәт, мәғариф идаралыҡтырының да кимәле берҙәй юғары. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ике тармаҡтарың айырмалыҡтары бар һәм һәр ҡайһыһының бурыстары ла, хәл итергә кәрәкле мөһим мәсьәләләре лә етерлек.

Һәр ваҡыттағыса сара уҙып киткән уҡыу йылының уңыштарын барлауҙан һәм хеҙмәт алдынғыларын ҡотлауҙарҙан башланды. Шулай уҡ быйыл йәй ҡалабыҙҙа юғары кимәлдә үткән Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороуға күп көс индереүселәргә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Ни тиһәң дә сит ил ҡунаҡтары сибайҙарҙың республика, тыуған яҡ мәҙәниәте, халыҡ ижады, фольклор үҫешенә тос өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сарала шулай уҡ Сибай концерт-театр берекмәһенең, драма театры, сәнғәт мәктәбе кеүек мәҙәниәт усаҡтарының эшмәкәрлеге башҡаларға өлгө итеп ҡуйылды.

--Сибай тиһәләр иң беренсе файҙалы ҡаҙалмаларға бай яҡ күҙ алдына килә. Әммә был тарафтар мәғдән менән генә түгел, мәҙәниәткә, сәнғәткә ғашиҡ халҡы менән дә дан тота. Сибай элек-электән Урал аръяғының мәҙәниәт үҙәге булды һәм әле лә ошо юҫыҡтан тайпылмай. Таусылар төйәгендә “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк йыр конкурсы үтә. Хәҙер уға яңы бәйге – “Урал аръяғы тауышы” шоу-проекты өҫтәлде. Бындай үҙенсәлекле сараларҙы үҙ эшен яҡшы белгән, берҙәм команда ойоштора. Улар төбәк сәнғәтен башҡаларға танытыу менән бер рәттән, халыҡ мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индерә,--тине үҙенең сығышында Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһы филиалы мөдире Әлфиә Грязнова

 

Тантанала ҡотлауҙар һәм сығыштар аралашып барҙы. Сибай балалар сәнғәт, музыка, һынлы сәнғәт мәктәбе, М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы директорҙары уҙған уҡыу йылын барлап, яуланған уңыштарға, хәл итәһе мәсьәләләргә айырым-айырым туҡталды. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ильяс Сафин учреждениеларҙа йәш белгестәргә ҡытлыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ильяс Миндиәхмәт улы тармаҡ алдында торған бурыстар, хәл итәһе проблемалар менән бер рәттән урында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған аныҡ эштәргә лә туҡталды.

--Уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе яҡынлашып килгән Белем байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Был сараға беҙ бер йыллыҡ эшмәкәрлеккә һығымта яһау, өлгәшелгән уңыштарҙы барлау, лайыҡлыларҙы тәбрикләү, киләһе уҡыу йылына аныҡ маҡсаттар ҡуйыр өсөн йыйылдыҡ. Яңы уҡыу йылы ла беҙҙең өсөн яҡшы булырына ышанам,-- тине Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ильяс Сафин.

Сараны музыкаль яҡтан мәҙәниәт идаралығы учреждениеларының йыр, бейеү ансамблдәре биҙәне. Ижади коллективтарҙың сығыштары һәр кемгә байрам кәйефе өҫтәне, киләсәктә дәртләнеп эшләүгә көс-ҡеүәт бирҙе.

#нацпроекты#миллипроекттар#мәҙәниәт#культура

Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр
Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр
Автор:Гульдар Кадаева