АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Август 2021, 16:00

Бойҙай булмаһа, көнбағыш бар

Баҫыуҙарҙа яҙын сәскән игендәр өлгөрҙө. Әлбиттә, уңыш мул түгел, шулай ҙа ураҡ ваҡытын берәү ҙә кисектермәгән. Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан Ҡоланбаев крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарында урып-йыйып эштәре ҡыҙыу бара. Быйылғы йәй ҡоро һәм эҫе килгәнлектән, бында ураҡҡа башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә август башында уҡ төшкәндәр.

Бойҙай булмаһа, көнбағыш бар
Бойҙай булмаһа, көнбағыш бар

--Хужалыҡ баҫыуҙарының 800 гектар майҙанына иген культуралары сәселгән, шуның 350 гектарын бойҙай, 250 гектарын арпа, 100 гектарын һоло биләй. Шулай уҡ 10 гектар ергә сенаж сәселгән. Баҫыуҙарҙа 20 берәмек техника, 20-нән ашыу эшсе эшләй,-- ти хужалыҡ етәксеһе Алмас Ҡоланбаев.—Гектар ҡеүәте ҡыуандырмай, 3 центнерға саҡ етә. Шулай ҙа сәселгәнде әрәм итмәйбеҙ, булған тиклемен йыйып алабыҙ.

Игенселәр был майҙандарҙы урып-һуҡҡандан һуң көнбағыш баҫыуҙарына төшөргә иҫәп тота. Быйыл был культура игенселәрҙең күҙ терәп торған үҫемлеге, сөнки ул бик уңған. Баҫыуҙарҙан йыйылған бойҙай, һоло, арпа, башҡа иген культуралары Урал аръяғы элеваторҙары ҡураларына оҙатыла. Эшселәр ҡоролоҡҡа ҡарамай, үҫтергән игендең бер бөртөгөн дә юғалмаҫҡа тырыша, ни тиһәң дә йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра. Әйткәндәй, фермер ҡоролоҡҡа бәйле “Фермерҙарға ярҙам күрһәтеү системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” миллипроекты буйынса дәүләт ярҙам булырына ла ышана.

#нацпроекты#миллипроекттар

Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева