Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Август 2021, 20:15

Сибай урамдары төҙөкләнә

Сибай ҡалаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ихаталарҙы һәм юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Ошо көндәрҙә Интернациональ тыҡрығы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, “Ҡурай” балалар баҡсаһының әйләнә-тирәһе күҙгә күренеп үҙгәреш кисерә.

Сибай урамдары төҙөкләнә
Сибай урамдары төҙөкләнә

Белем усағы һәм балалар баҡсаһы янында ҡеүәтле техника бер туҡтауһыҙ эшләй. Бында «Сибайдорстрой» йәмғиәте эшселәре юл япмаһын төҙөкләндерә. Яңы уҡыу йылы башына был тарафта тортуар, газон, автомобилдәр ҡуйыу туҡталҡаһы һәм иң мөһиме асфальт түшәлгән яңы юл һалына.
--Бик күләмле эштәр башланып тора. Иң беренсе нәүбәттә юл япмаһы яңыртыла. Яңыртылып ҡына ҡалмай 6 мтерға ҡәҙәр киңәйтелә. Бындай уңайлыҡ бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килгән ике машина иркен үтә алһын өсөн булдырыла. Бынан тыш, тротуар һалына. Уның да киңлеге урыны-урыны менән бер метр ярым, ике метрға етәсәк. Йәйәүлеләр күпләп йөрөгән урын әлбиттә киңерәк буласаҡ. Атап әйткәндә башҡорт лицейы янында ул яҫырасаҡ. Шулай уҡ белем усағы алдындағы автомобилдәр туҡталышы үҙгәртелә. Юл буйындағы «кеҫәләр»ҙе лә уңайлы яһау ҡаралған,-- ти Сибай ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Марс Мусин.


Биләмәләрҙе төҙөкләндереү талаптарына ярашлы бордюрҙарҙың өҫкө яғы юл, тротуар япмаһы менән тигеҙ булырға, йәки газон кимәленән өҫтәрәк булырға тейеш. Ошолай иткәндә ямғыр, ҡар һыуҙары бер урынға йыйылып ятмай тура газонға ағып төшә. Был тәңгәлдә шулай уҡ урам яҡтыртҡыстар яңыртыла. Фонарҙәрҙең яҡтылығы юлға һәм тротуарҙарға йәнәлтеләсәк.

--Интернациональ тыҡрығында эштәр гөрләй. Юлға капиталь ремонт уҙғарыуға тотондоҡ. Был яҡтарҙан йөрөүселәр белә: юл шул тиклем алама ине. Йәйәүлеләргә тротуар һалабыҙ. Ул Ҡурай балалар баҡсаһы янынан үтеп ғаилә Магнит магазинына ҡәҙәр һуҙыла. Юл да  элек бормалы-бормалы булһа, уны тура итеп, шартына еткереп эшләп ҡуясаҡбыҙ,--тип эштәре менән таныштырҙы «СибайДорСтрой» йәмғиәтенең баш инженеры Ренат Мансуров.

Ысынлап та, тыҡрыҡта юлды рәтләү күптән көнүҙәк торған мәсьәлә ине. Хәҙер бында юлдар шыма ғына түгел, уңайлы, иң мөһиме хәүефһеҙ буласаҡ.

#нацпроекты#миллипроекттар#хәүефһеҙһәмсифатлыавтомобильюлдары

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Сибай урамдары төҙөкләнә
Сибай урамдары төҙөкләнә
Автор:Гульдар Кадаева