Милли проекттар
16 Июля 2021, 04:20

Алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй

Сибай үҙәк дауахананаһы нигеҙендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш программаһына ярашлы амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй башланы.

Алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәйАлыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй
Алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй

Үҙәк кабинеттары сирҙе тиҙ һәм аныҡ асыҡаларға ярҙам иткән заманса техника менән йыһазландырылған. Хәҙер оҙайлы сираттарҙа тороп снимоктар әҙер булыуын көтөргә кәрәкмәй. Бөтә белешмәләр ҙә экранда сағыла. Табип ауырыуҙы асыҡлай һәм артабан дауалауға йүнәлтмә бирә.

Үҙәктең төп функцияһы -онкология сирҙәрен диагностикалау, дауалауҙың лаборатор һәм инструменталь алымдарын ҡулланғандан һуң үткәргән дауалауҙың эффектлылығын баһалау.

--Был бүлек яман сиргә дусар булғандарға максималь медицина тикшереүе үткәреү маҡсатында асылды. Шулай уҡ амбулатор онкология ярҙамы үҙәгендә химия терапия уҙғарыла. Хәҙер яман шешкә дусар булыусыларға алыҫ саҡырымдар үтеп баш ҡала йәки башҡа ерҙәргә йөрөргә кәрәкмәй. Үҙебеҙҙә тейешле кимәлдә тикшеренеү үтеп, урында дауаланыу мөмкинлеге бар,--ти табип-онколог Ирина Пряхина.

Үҙәктең бүлмәләре яҡты, хеҙмәткәрҙәр махсус уҡытылған, медицина ҡорамалдары етерлек. Амбулатор онкология ярҙамы үҙәгендә шулай уҡ маммография, компьютер һәм магнит резонанс томография, диагностика, колоноскопия һәм фиброгастроскопия уҙғарыу өсөн ҡорамалдар бар.

#нацпроекты#миллипроекттар#здравоохранение

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас