1 июлдә Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы старт алды. “Мәғариф” милли проектының “Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү” программаһы сиктәрендә ойошторолған сара 1 июлдән 31 авгусҡа ҡәҙәр дауам итә.
Акцияның төп маҡсаты—ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү.Сараны Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Ғаилә” республика ресурс үҙәге ойоштора.
--Сибай ҡалаһында был акцияны “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш үҙәге тормошҡа ашыра. Беҙҙең үҙәк Островский урамының 30-сы йортонда урынлашҡан. Әйберҙәр ҡабул иткән 12-се бүлмә ишеге иртәнге 9 сәғәттән киске алтыға ҡәҙәр асыҡ. Халыҡтан беҙ мәрхәмәтлек ярҙамы сиктәрендә канцелярия тауарҙары, китап, әсбаптар, мәктәп кейемдәре, рюкзак, портфелдәр йыябыҙ. Ҡалалаштарҙы сараға әүҙем ҡушылырға, балаларҙы мәктәпкә әҙерләшергә ярҙам итергә саҡырам. Былтыр ҙа беҙ был акцияға дәррәү ҡушылып 90 ғаиләнән 117 балаға адреслы социаль ярҙам күрһәттек. Дөйөм алғанда мохтаждарҙы 273 мең һумлыҡ мәктәп кәрәк-ярағы менән тәьмин иттек,-- “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш үҙәге директоры Лариса Таекина.
Мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашырға теләүселәр өр-яңы канцелярия тауарҙары, яҙыу-һыҙыу әйберҙәре, дәфтәр, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡ, балалар ижады өсөн кәрәкле йыйылмалар тапшыра ала. Портфель, мәктәп формаһы, уҡыу әсбаптары, нәфис әҙәбиәттең дә яңы йәки яҡшы торошта булыуы мөһим. Йыйылған ярҙам республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы ведомстволарға йүнәлтелә. Сараға сентябрь айы башында йомғаҡ яһаласаҡ. Әлег ваҡытта Сибай ҡалаһында 164 күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Шулай уҡ 1572 ғаилә аҙ тәьмин ителгәндәр исемлегенә ҡарай.
фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.
#нацпроекты#миллипроекттар#образование