АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
29 Июня 2021, 05:00

Йылайыр шоссеһы ремонтлана

Сибай ҡалаһының Йылайыр шоссеһының юл япмаһына капиталь ремонт уҙғарыла башланы. Ҡалабыҙҙың көньяҡтағы ҡапҡаһы күптән яңыртылыуҙы талап итә ине. Ниһәйәт, был тарафтарҙа эш гөрләй.

Сибай ҡалаһының Йылайыр шоссеһының юл япмаһына капиталь ремонт уҙғарыла башланы. Ҡалабыҙҙың көньяҡтағы ҡапҡаһы күптән яңыртылыуҙы талап итә ине. Ниһәйәт, был тарафтарҙа эш гөрләй.

Юл япмаһы төҙөлөшөн “Сибайдорстрой” компанияһы эшселәре башҡара. Улар юлды өлөшләтә фрезеровкалай, шунан һуң япманың 2 саҡрым 200 метр арауығына асфальт түшәргә иҫәп тота. Көньяҡ ҡасабаһы халҡының уңайлыҡтарын хәстәрләп 1 саҡрым 200 метр оҙонлоғонда тротуар һалыныу ҙа күҙаллана. Был эштәрҙең барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.


--Был юлда хәрәкәт һәр ваҡыт көслө. Әлеге ваҡытта эшселәр юл билдәдәле ҡуйыу менән мәшғүл. Юлды япҡанға күрә бөтә техника, шул иҫәптән пассажир автобустары Таулы ҡасабаһының Таулы, Баймаҡ урамынан урап йөрөргә мәжбүр. Шул яҡтан улар Йылайыр, Көнсығыш шосселарына сығып, Магнитогорск яғына сығып китә. Беҙ ҡалаға көньяҡтан ингән тыҡырыҡтан алып эскә табан илткән юлды ремонтлайбыҙ.
--Беҙҙең эште аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Бөтәһе лә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләнә. 31 авгусҡа ҡәҙәр юлды ремонтлап бөтөргә тейешбеҙ. Мөмкин тиклем эште тиҙ башҡарып, алдан иҫәпләшергә лә уй бар,--ти “Сибайдорстрой” йәмғиәтенең баш инженеры Ринат Мансуров.
Юлды япмай тороп уны ремонтлап булмауын сибайҙар яҡшы аңлай. Йөк машиналары, пассажир транспорты күпләп үткән юл участкаһы йүнле булһын өсөн юлсылар бөтә көсөн һалып, тырышып эшләй.
#нацпроекты#миллипроекттар#безопасныеикачественныеавтомобильныедороги
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас