Ҡалала яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатырға теләүселәр көндән-көн арта. Ҡаланан ситтә урынлашҡан ҡасабаларҙа йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып урындарҙа аҙна дауамында түбәндәге графикка ярашлы 16.00—21.00 сәғәттәрҙә мобиль бригадалар эшләйәсәк:
-дүшәмбе Көньяҡ ҡасабаһы Сибай автотранспорт предприятиеһы бинаһы;
-шишәмбе Таулы ҡасабаһы 5-се мәктәптең медицина кабинеты;
-шаршамбы Байыҡтырыусылар ҡасабаһы 10-сы мәктәптең медицина кабинеты;
-кесаҙна Алтын ҡасабаһының «Алтынай» балалар баҡсаһы бинаһы;
-йома Арҡайым ҡасабаһы башланғыс мәктәп бинаһы.
Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС һәм мотлаҡ медицина страховкаһын алырға онотмағыҙ. Бер ниндәй ҙә анализдар бирергә кәрәкмәй. Прививка яһатыр алдынан һәр кемде табип ҡарай, тән температураһын тикшерә, вакцинация үткәреү кәрәклеген әйтә.