Сибай ҡалаһынан бер төркөм хаҡлы ялдағылар“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” республика программаһына ярашлы Шүлгән-таш мәмерйәһенә барып ҡайтты. Бөрйән районына сәфәр “Демография” милли проектының “Оло быуын” өлкән йәштәгеләргә системалы ярҙам итеү һәм тормош сифатын арттырыу программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды.Коронавирус панедемияһына бәйле сикләүҙәр булғанлыҡтан сибайҙар республикала эшләп килгән программаға яңы ғына ҡушылды. Күптән көтөп алған сәйәхәт бер тынала үткән. 24 өлкән быуын вәкиле “Заповедник ере” маршруты буйынса сәфәр ҡылған. Сарала ҡатнашыусылар экскурсия объекттарын: солоҡтарҙы, “Бал ҡортло урман” музейын, фитобарҙы бер нисә тапҡыр урап ҡарап сыҡҡан. --Фото биләмәләрҙә рәхәтләнеп фото төштөк. Бөрәндең һауаһы саф, һыуы таҙа, ерлеге иҫкитмәле матур. Сәйәхәтте ойоштороусыларға ҙур рәхмәт,--ти Миңза Латипова. Хаҡлы ялдағылар айырыуса башҡорт тирмәһендә сәй эсеүҙе, ата-бабалар туҡталышы уйын майҙансығын оҡшатҡан, Шүлгән таш эсенә экскурсиянан һәр кем ҡанатланып, эргәбеҙҙә генә мөһабәт тәбиғи ҡомартҡы булыуына һоҡланып сыҡҡан. Мөғжизәле Бөрйән ере һәр кемдең күңеленә серлелек, шул уҡ ваҡытта һиллек тә өҫтәгән. Ололар киләсәктә программа сиктәрендә башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын да барып күрергә һөйләшеп ҡайтҡан.