Урал аръяғының халыҡ мәшғүллеге район-ара үҙәге быйыл үҙенең барлыҡҡа килеүенең 30 йыллығын билдәләй.
Үҙәк белгестәре эшһеҙҙәргә эш йүнләшеп биреүҙән тыш, эшҡыуарлыҡҡа тотоноуға булышлыҡ итә, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡыта. Бында шулай уҡ эш биреүселәр менән дә тығыҙ бәйләнеш тоталар— кәңәшмәләр уҙғаралар, эш урындары булдырыуға субсидиялар бүләләр, стажировкалар уҙғаралар.
Йыл һайын мәшғүллек үҙәгендә “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектына ярашлы, юғары һәм махсус уҡыу йортон тамамлаусыларға, инвалидтарға һәм эшһеҙҙәргә стажировка буйынса саралар уҙғарыла. Әлеге ваҡытта хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү маҡсатында “Субсидиялы найм” төбәк программаһы эшләй. Был программа эш биреүсегә хеҙмәткәргә эш хаҡы түләүҙә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ адреслы социаль ярҙам программаһы ла уңышлы эшләй.
--Адреслы социаль прогамма былтырҙан эшләй башланы һәм ул яҡынса 2026 йылға ҡәҙәр дауам итәсәк. Был программа социаль контрактҡа нигеҙләнә. Ул өс йүнәлештән тора. Беренсеһе эш эҙләү, икенсеһе – профессия үҙләштереү, өсөнсөһө үҙ эшеңде асыу. Программа ҡатнашыуҙың төп шарты – эшһеҙ булыу. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгәндәр катергорияһына ҡараусылар ҙа программаға ярашлы ярҙамға дәғүә итә ала, --ти Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең баш инспекторы Нурзилә Сәғитова.
Лилиә Лоҡманова халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә шәхсән эшен япҡас та мөрәжәғәт иткән. Бында адреслы социаль ярҙам программаһына ярашлы уның хәленә инәләр һәм социаль контракт төҙөйҙәр. Әйткәндәй, 2020 йылда бөтәһе 10 социаль контракт төҙәлһә, ағымдағы йылдың 6 айында улар һаны 9-ға еткән.
--Минең “Аструм” сауҙа үҙәгендә һатыу нөктәм бар ине. Башта эшем яйлы ғына барҙы. Әммә коронавирус пандемияһы башланғас, һатыу эше лә туҡтап ҡалды. Килем юҡ, сауҙа бармай. Аптырап халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Бында мине иҫәпкә алдылар, пособие түләнеләр, эш тә табып бирҙеләр. Бөгөн мин социаль хеҙмәткәр булып эшләйем,--ти үҙәк аша адреслы социаль ярҙам алыусы Лилия Лоҡманова
Статистик мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда 2020 йылда халыҡ мәшғүлеге үҙәгенә 3521 кеше мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың яртыһынан күбеһе эш тапҡан. Быйыл эш эҙләүсе 800-ҙән ашыу кешенең 600-гә яҡыны эшкә урынлаштырылған. Бындайҙар һаны көндән-көн артыуы ҡыуаныслы. Хеҙмәткәрҙәр һәр эш табыусы өсөн ифрат ҡыуана, ни тиһәң дә эше барҙың –ашы бар.