АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
10 Июня 2021, 09:50

Ҡарға бутҡаһы тәмле...

Эльвира Урал ҡыҙы Танһыҡҡужина балаларға төрлө спорт ярыштары үткәрҙе, балаларға ҡушылып, хатта өләсәй, әсәйҙәр ҙә сәмләнеп ярышты.

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы уңғандары Ҡарағайлы йылғаһына йыйылып, ҡарға бутҡаһы байрамын үткәрҙе. Тәбиғәт ҡосағында ҡаҙан аҫып, самауыр ҡайнатып матур йоланы балаларға күрһәттеләр. Өләсәйҙәр тирә-яҡҡа һоҡланыр, рәхәтләнеп ялитеп, тәсбих тартһа, инәй-әсәйҙәр ҡаҙан тирәһендә булышып, табын әҙерләнеләр.
Эльвира Урал ҡыҙы Танһыҡҡужина балаларға төрлө спорт ярыштары үткәрҙе, балаларға ҡушылып, хатта өләсәй, әсәйҙәр ҙә сәмләнеп ярышты. Альбина Вәлит ҡыҙы ер-һыуҙы сәләмләү, ҡарға бутҡаһының тарихын һөйләп, өлкәндәр менән берлектә теләктәр теләп, ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлап, Клара апай Хәмитова аяттарын уҡып, балаларға татлы приздар таратып, һәр тереклеккә рәхмәт белдереп, ямғыр теләп таралыштылар.
“Атайсал” фольлор ансамбленә, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына, Ильвира һәм Әсҡәт Рәхмәтуллиндарға, Файза Утарбаеваға, Рәмзиә Иҙрисоваға һәр бер ҡатнашыусыға рәхмәттәрен белдерҙеләр.
Мәғлүмәт һәм фотолар мәҙәниәт сәхифәһенән алынды.
Читайте нас