АТАЙСАЛ
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
3 Июня 2021, 10:40

Туристар оҡшатты

Тәбиғәт ҡомартҡылары һәм ҡыҙыҡлы маршруттары менән дан тотҡан Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы булдырылды. Ошо программаға ярашлы туристарҙың Бүздәк районынан йыйылған беренсе төркөмө «Красноусол» шифаханаһында сәфәр ҡылды. Улар страус фермаһын, шифалы инештәрҙе ҡараны, Божьей Матери иконаһы храмында булды.

Тәбиғәт ҡомартҡылары һәм ҡыҙыҡлы маршруттары менән дан тотҡан Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы булдырылды.

Ошо программаға ярашлы туристарҙың Бүздәк районынан йыйылған беренсе төркөмө «Красноусол» шифаханаһында сәфәр ҡылды. Улар страус фермаһын, шифалы инештәрҙе ҡараны, Божьей Матери иконаһы храмында булды.
«Экскурсия бер көнлөк кенә, шуға ла артытманы, киреһенсә дәртләнеп ҡайттыҡ. Тағы бушлай булыуы оҡшай, был беҙҙең өсөн бик мөһим!» — тип тәьҫораттары менән бүлеште Лира Гәрәева.

Ә һеҙ бер көнлөк сәйәхәткә ҡайҙа яҡтарға барырға теләйһегеҙ? Был хаҡта комментарийҙарҙа яҙығыҙ.
Читайте нас