Хәйбулла районының Бүребай ауылында “Хәүефһеҙлек йәйе” ғаилә ялы үтте. “Демография” милли проектына ярашлы ойошторолған сараны райондың ғаилә хеҙмәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Бүребай “Металлург” ауыл мәҙәниәт йорто ойошторҙо. Тиҙ ярҙам, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәре менән таныштырҙы. Ойоштороусылар медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте, янғын һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. Осрашыу балаларға ла, уларҙың ата-әсәләре өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.