Милли проекттар
31 Мая 2021, 10:45

Ибраһим—300-сө бала

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 300-сө бала тыуыуы тураһында акт теркәлде. Ул сабый—Ибраһим Акаев. Ибраһим 24 майҙа Артур Рим улы Гөлнара Нурғәле ҡыҙының көтөп алған икенсе балалары. Шулай итеп Акаевтарҙың өс йәшлек өлкән улдары ағай булған.--Баштан малай булырын белдек һәм исем уйлап та ҡуйҙыҡ,--тип ҡыуана бәхетле ата-әсә.Ике уллы йәш ғаиләгә именлек, ныҡлы һаулыҡ, бәпестәрен матур итеп үҫтереүҙәрен теләйбеҙ!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 300-сө бала тыуыуы тураһында акт теркәлде. Ул сабый—Ибраһим Акаев. Ибраһим 24 майҙа Артур Рим улы Гөлнара Нурғәле ҡыҙының көтөп алған икенсе балалары. Шулай итеп Акаевтарҙың өс йәшлек өлкән улдары ағай булған.
--Баштан малай булырын белдек һәм исем уйлап та ҡуйҙыҡ,--тип ҡыуана бәхетле ата-әсә.
Ике уллы йәш ғаиләгә именлек, ныҡлы һаулыҡ, бәпестәрен матур итеп үҫтереүҙәрен теләйбеҙ!
Ҡаланың граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы Айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева билдәләүенсә, 2021 йыл уңышлы ғына бара. Бүлек хеҙмәткәрҙәре “Демография” милли проектына ярашлы күп эштәр башҡара. Йәй айҙарында йәрәшергә теләүсе парҙар күп. Никахты рәсми теркәүгә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ла ғаризалар ҡабул итәләр. Яҡын арала бергә-бергә 50,60,70 һәм 75 йыл ғүмер итеүсе ғаилә парҙарын ҡотлау ҙа күҙаллана.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография
Читайте нас