Сибай үҙәк дауаханаһында февраль айынан Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге составындағы рентген-ҡан тамырҙары бүлеге эшләй башланы. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә булдырылған үҙәктә йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланыусыларға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
--Бүлек асылғаны бирле унда киҫкен коронар синдромлы 57 пациент дауаланды. Шуларҙың 16-һы -- инфаркт, 41-е инфаркт алды хәлендә дауаханаға килтерелде. Хәлдәре яҡшыра төшкәндәр өйҙәренә ҡайтарылып реабилитация үтә, амбулатор рәүештә бағыныуҙарын дауам итә,--ти үҙәк дауаханының баш табибы Радик Нәҙерғолов.
Рентген-ҡан тамырҙары бүлеге тәүлек әйләнәһенә тиҙ медицина ярҙамы күрһәтә.
#нацпроекты#миллипроекты#здравоохранение