Милли проекттар
26 Апреля 2021, 05:00

Үҙебеҙҙеке булырға тейеш

Дәүләт компанияларына үҙебеҙҙең ил софтына күсеү кәрәкме? Кәрәктер, сөнки былтыр декабрҙә Бауманкала шундай хәл булды—Microsoft университетта оборона сәнәғәтенә белгестәр әҙерләйһегеҙ тип лицензия һуҙыуҙан баш тартты.Минцифр башлығы Максут Шадаев әйтеүенсә, иртәме, һуңмы сит ил программалары менән эшләү сикләнәсәк. Ошондай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн “Цифрлы иҡтисад” милли проектына ярашлы яйлап Рәсәй программаларына күсергә тәҡдим итә.Тулыраҡ сайтта.

Дәүләт компанияларына үҙебеҙҙең ил софтына күсеү кәрәкме? Кәрәктер, сөнки былтыр декабрҙә Бауманкала шундай хәл булды—Microsoft университетта оборона сәнәғәтенә белгестәр әҙерләйһегеҙ тип лицензия һуҙыуҙан баш тартты.
Минцифр башлығы Максут Шадаев әйтеүенсә, иртәме, һуңмы сит ил программалары менән эшләү сикләнәсәк. Ошондай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн “Цифрлы иҡтисад” милли проектына ярашлы яйлап Рәсәй программаларына күсергә тәҡдим итә. Апрелдә Рәсәй Хөкүмәте дәүләт компанияларын цифрлы трансформациялау буйынса яңы дерективалар раҫланы. 2021 йылдың 1 сентябренә ҡәҙәр үҙебеҙҙең илдең цифрлы ҡарарҙарын һатып алыуҙың үҫеше өлөшө планлаштырылған стратегиялар эшкәртелергә тейеш.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас