Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында ла “Йәшел Башҡортостан” республика экологик акцияһы сиктәрендә өмәләр үтте. Баймаҡта ағас ултыртыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. Баймаҡ ҡалаһының “Еңеү” паркына, йорт алдарына, ҡала һәм ауыл урамдарына 1600-ға яҡын бейек ағастар һәм йәш үҫентеләр ултыртылһа, йылайырҙар Йылайыр ауылының Голубцов урамындағы паркка 30 ҙур ылыҫлы ағастар ултыртты.