Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель 2021, 14:12

М.Ғафури паркына йәш ағастар ултыртылды

“Йәшел Башҡортостан” республика экологик акция дауам итә. Бөгөн Сибай ҡалаһының М.Ғафури исемендәге паркка ла 35 йүкә, 42 алмағас, 26 шыршы ағастары ултыртылды.Тулыраҡ сайтта:

“Йәшел Башҡортостан” республика экологик акцияһы дауам итә. Бөгөн Сибай ҡалаһының М.Ғафури исемендәге паркына ла 35 йүкә, 42 алмағас, 26 шыршы ағастары ултыртылды. Акцияның төп маҡсаты тирә-яҡты йәшелләндереү, тергеҙеү, урмандарға, парктарға һәм скверҙарға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Паркта урын алған ҡупшы үҫентеләр тиҙ арала ерегеп үҫер, ҡаланы тағы ла йәмләндерер,тип ышанғы килә.
Әйткәндәй, “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” акцияһына теләгән һәр кем ҡушыла ала. Үҙ ҡулығыҙ менән ағас ултыртып, тарихта эҙегеҙҙе ҡалдырырға ашығығыҙ!
#ЗеленаяБашкирия, #нацпроекты, #экология,#зеленыйгород
Ринат Муллагилдин фотолары