"Хәҙер беҙҙең районда ошондай 3 зал бар, республикала был зал 50-се. Йәш спортсылар менән көрәш буйынса секция етәксеһе Самат Намазкаев һәм "Ауыл тренеры" программаһы буйынса эш башлаған йәш педагог Әмир Әхмәров шөғөлләнәсәк. Республика етәкселегенә республикала һәм беҙҙең районда ошо спорт төрөн үҫтереүгә әүҙем өлөш индергәне өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Спортсыларға киләсәктә уңыштар теләйбеҙ," -тип яҙған бәйләнештәге диуарында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.