АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Апрель 2021, 14:10

Башҡортса йәнһүрәт ҡарарға теләһәгеҙ, Сибайға рәхим итегеҙ!

Сибай ҡалаһында башҡорт телендә бик шәм йәнһүрәттәр төшөрөлгән. Улар тиҙҙән Сибай телевидениеһында ла күрһәтеләсәк. Ниндәй йәнһүрәт һәм унда кемдәр төшкән? Тулыраҡ сайтта.

Бөгөн балалар ижады үҙәгендә "SibBashmult" башҡорт телендә йәнһүрттәр фестивале уҙҙы. Уның ойоштороусылары "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһы. Сара Башҡортостан Республикаһы Дәүләт телен һаҡлау, республика халҡы телдәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу маҡсатында уҙғарылды. Фестивалдә башҡорт телендә йәнһүрәттәр төшөргән балалар баҡсалары вәкилдәре, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Йәнһүрәттәрҙең авторҙарын Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығы тәбрикләне һәм уларға Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сара аҙағында Гран-при отоусы ижадсылар төшөргән йәнһүрәт күрһәтелде.
Тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ.