Милли проекттар
15 Апреля 2021, 08:00

«Еңеү бүләге—«Атайсал»

“Атайсал” гәзите редакцияһы етеп килгән 9 май - Еңеү көнө уңайынан «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһы дауам итә. “Атайсал” менән бергә ҡалыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатында иғлан ителгән был акцияға теләгән һәр кем ҡушыла һәм Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандарына, һуғыш осоро балаларына беҙҙең баҫмабыҙҙы бүләк итә ала. Гәзит уҡыусылары иғтибарына акцияға ҡушылып Баймаҡ районынан ике ветеранға “Атайсал” гәзитенә подписка бүләк итеүсе Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы председателе урынбаҫары, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ришат Алик улы Шәрәфетдиновтың теләктәрен еткерәбеҙ.

-Акцияға ҙур теләк менән ҡушылам. Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандарына, һуғыш осоро балаларына иғтибар бүлеүҙән һәм хөрмәт итеүҙән дә ҙурыраҡ мәртәбә юҡ. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында меңәрләгән һалдаттың ғүмере ҡыйылған, күпме ата-әсәнең, ҡатындарҙың ҡара ҡағыҙға күҙ йәштәре тамған. Тылда көнө –төнө бил бөгөп фронтты аҙыҡ-түлек, кейем, ҡорал, яғыулыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүсе ветерандарыбыҙға ла сикһеҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Һуғыш балалары ла бала саҡтың тәмен дә тәтей алмаған, күптәре аслыҡтан, фәҡирлектән ҡырылған. Бөгөнгө матур тормош уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенең, тырышлығының һөҙөмтәһе һәм түҙемлек емеше. Бар ветерандарға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итеүҙәрен теләйем.
Читайте нас