“Атайсал” гәзите редакцияһы етеп килгән 9 май - Еңеү көнө уңайынан «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһын башлап ебәрҙе. Ваҡытлы матбуғатты тап оло быуын кешеләре ентекле уҡып, бер туҡтауһыҙ редакциябыҙ менән бәйләнештә булып, төбәгебеҙ һулышын тойоп, яңылыҡтар менән танышып йәшәй! Балалар һәм йәштәр араһында милли баҫмаларға ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә лә өлкән быуындың өлөшө бик ҙур. Шуға күрә артабан да ололарға “Атайсал” менән бергә ҡалыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатында иғлан ителгән был акцияға теләгән һәр кем ҡушылып һәм Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандарына, һуғыш осоро балаларына беҙҙең баҫмабыҙҙы бүләк итә ала. Гәзит уҡыусылары иғтибарына акцияны башлап ебәреп, ветерандарға 20 гәзит бүләк итеүсе Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының Сибай ҡалаһы бүлексәһе рәйесе Басир Марат улы Шәриповтың теләктәрен еткерәбеҙ:
-“Атайсал” гәзите иғлан иткән был акцияла ҡатнашып, ветерандарға 20 гәзит бүләк итәм. Улар беҙҙең иғтибарға, ихтирамға лайыҡ. Донъябыҙ тыныс, матур һәм ирекле булһын өсөн заманында тап улар күп көс һалған бит. Бөгөн беҙ заманса технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ. Йәштәр ҙә бөгөнгө йәмғиәттең тәрбиәһе менән үҫә. Уларҙың алдынғы ҡараштары, юғарыға ынтылыуҙары маҡтауға лайыҡ. Беҙҙең төп маҡсат - илебеҙ киләсәге булған йәштәргә тарихи иҫтәлекле ваҡиғаларҙы аманат итеп еткереү, ата-бабаларыбыҙ ҡан менән яҙған тарихын һаҡларға өйрәтеү. Ветерандар үҙҙәре төҙөгән донъяның яңылыҡтары менән танышһын, кинәнеп гәзит уҡыһын, йәшәйештән илһам алып, беҙҙең менән бергә ҡалһындар, дәртләнеп, ең һыҙғанып донъя көтһөндәр. Улар бәхетле ҡартлыҡ кисерергә, тыныс тормошта йәшәргә лайыҡлы.