АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Апрель 2021, 12:42

Башҡортостанда Еңеү парады уҙғарылырмы?

Әле республикала барлығы 493 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 189 һуғыш инвалидтары йәшәй.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 9 май –Еңеү көнөнә әҙерлек башланыуы тураһында хәбәр итте.
- Уҙған йыл пандемия арҡаһында хәрби парад һәм үлемһеҙлек полкы уҙғарылманы. Быйыл был саралар яҡшы әҙерлек менән үтергә тейеш. Ветерандар рәте йыл һайын кәмей. Әле республикала барлығы 493 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 189 һуғыш инвалидтары йәшәй. Шуға күрә төбәк етәкселәренән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына айырыуса иғтибар бүлеүҙе һорайым, -тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы обелиск, һәйкәлдәрҙе, һалдат ҡәберлектәрен рәткә килтерергә, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына һәр ветеранды ҡотларға, мохтаждарға ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Читайте нас: