Милли проекттар
7 Апреля 2021, 06:27

Оҫтабикәләр осрашты

Баймаҡ районы Түбә ауылында "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары, оҫтабикәләр ҡул эштәре буйынса тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

Баймаҡ районы Түбә ауылында "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары, оҫтабикәләр ҡул эштәре буйынса тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Сарала Мерәҫ, Этҡол, Ниғәмәт, Ишмырза ауылдарының Ағинәйҙәр клубы ағзалары ла ҡатнашты. Һәр кем “түңәрәк өҫтәлдә” күҙ нурҙарын һалып башҡарған ҡул эштәренең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, башҡа ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарҙың кәңәштәрен тыңланы.
Түбә ауылы оҫталары ирланд сигеүе, талҡан, буҙа әҙерләү, милли костюмдар тегеү һәм биҙәү, быйма һәм еңел тапочкаләр баҫыу, тал үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Баймаҡ районының Ағинәйҙәр клубы рәйесе Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Монасипова милли аяҡ кейеме теүегеү буйынса ҡыҙыҡлы дәрес уҙғарҙы. Сараға килгән һәр кем яңы эштәр тотонорға дәртләнеп, күңелдәренә илһам алып таралышты.
Читайте нас