Милли проекттар
1 Апреля 2021, 07:37

Йолалар тергеҙелә

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылының "Хәтирә" фольклор ансамбле инәйҙәре балаларға "Ҡар һыуына барыу" йолаһын күрһәтте.

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылының "Хәтирә" фольклор ансамбле инәйҙәре балаларға "Ҡар һыуына барыу" йолаһын күрһәтте. Был онотолған йола балалар өсөн яңылыҡ булды. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Иҙелбаева Ләлә Шаһимарҙан ҡыҙы ҡар һыуының шифаһы, файҙаһы тураһында һөйләп үтте. Һуңынан балалар тәмле ҡоймаҡтар менән һыйланып, сәй эсеп, төрлө милли уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр алып таралышты.
Читайте нас