АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
26 Марта 2021, 06:32

Уҡсылар бәйгеһе үтте

"Мәргән уҡсы" хәрәкәте активистары Сибай гимназия-интернатында уҡтан атыу буйынса семинар уҙғарҙы.

Элегерәк уҡтан атыу халбыҙҙа һунарға йөрөү, яуға барыу ҡоралы булһа, хәҙер уҡтан атыу – ул спорттың бер төрө булып ҡалды.
Ошо көндәрҙә "Мәргән уҡсы" хәрәкәте активистары Сибай гимназия-интернатында уҡтан атыу буйынса семинар уҙғарҙы. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек йылына арналған семинар сиктәрендә уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе, гимназистар араһында турнир ойошторолдо. Саралар барлығы 257 уҡыусы ҡатнашты.
Гимназистар сараны ойоштороусы Хөрмәт Таһировҡа, Ишморат Хабировҡа һәм Тимур Өмөтбаевҡа сикһеҙ рәхмәттәрен еткерҙе.
Фотолар "Мәргән уҡсы" төркөмөнән алынды.
Читайте нас