АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
21 Марта 2021, 04:00

Иң күп аҡса--Сибай паркына

Дәүләт контракты сиктәрендә Сибай ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм паркы төҙөкләндерелә. “Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле” проекты буйынса Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙаны матурланасаҡ. Шулай уҡ Салауат Юлаев урамы ла күркәмләнәсәк. Аҡса шулай уҡ Йылайыр районында “Йылайырҙың үҙгәреүе” тарихи-мәҙәни үҙәге” проектын ғәмәлгә индереүгә лә бүленә. 13 проект араһында иң күп сығым, йәғни 120,9 миллион һум Сибай паркын төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Әйткәндәй, ҡар өйөмө ятыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт һәм ял паркында йәйәүлеләр өсөн юлдарҙың асфальтын емерә башлағандар. Проектҡа ингән биләмәләрҙә эштәр быйыл ноябрҙә тамамланырға тейеш. Ваҡыт тарлығын яҡшы аңлаған етәкселек бөтә иғтибарын төҙөлөкләндереү объекттарына йүнәлткән.

Башҡортостандың 13 ҡала һәм ауылында 952 миллион һумлыҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға аҡса федераль һәм төбәк ҡаҙнанан бүленәсәк. Республиканың конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала шарттары булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә төбәк биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса подрядсы һайлауға аукцион иғлан иткән. Заказсылар булып республиканың 9 ҡалаһы һәм бер район, 3 ауыл биләмәһе сығыш яһай. Контракттың дөйөм максималь хаҡы 952,7 миллион һум тәшкил итә.
Дәүләт контракты сиктәрендә Сибай ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм паркы төҙөкләндерелә. “Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле” проекты буйынса Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙаны матурланасаҡ. Шулай уҡ Салауат Юлаев урамы ла күркәмләнәсәк. Аҡса шулай уҡ Йылайыр районында “Йылайырҙың үҙгәреүе” тарихи-мәҙәни үҙәге” проектын ғәмәлгә индереүгә лә бүленә. 13 проект араһында иң күп сығым, йәғни 120,9 миллион һум Сибай паркын төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Әйткәндәй, ҡар өйөмө ятыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт һәм ял паркында йәйәүлеләр өсөн юлдарҙың асфальтын емерә башлағандар. Проектҡа ингән биләмәләрҙә эштәр быйыл ноябрҙә тамамланырға тейеш. Ваҡыт тарлығын яҡшы аңлаған етәкселек бөтә иғтибарын төҙөлөкләндереү объекттарына йүнәлткән.
Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала шарттары булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы 2018 йылдан алып уҙғарыла.
#Нацпроекты#миллипроекттар
#Жильеигородскаясреда
Читайте нас