Республикала «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектына ярашлы подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса Баймаҡта подъездарҙы төҙөкләндереү эштәре башланды. Бөгөнгө көндә ҡаланың күп фатирлы йорттарының был программаға ингән 28 подъезында эштәр башланды. Подъездағы тәҙрәләр алмаштырыла, уларҙың һәр береһендә яңы инеү һәм тамбур ишектәре мотлаҡ ҡуйыла. Бетон баҫҡыстар ремонтланасаҡ, стеналарҙы штукатурлау-буяу эштәре ойоштороласаҡ, почта йәшниктәре, яҡтыртҡыстар алмаштырыласаҡ.
#нацпроекты#миллипроекттар