АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Март 2021, 17:23

Баймаҡта сәләмәтлек һәм матурлыҡ көнө

Баймаҡ ҡалаһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлек һәм матурлыҡ көнө» тип аталған матур сара үткәрелде.

Баймаҡ ҡалаһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлек һәм матурлыҡ көнө» тип аталған матур сара үткәрелде. Сарала матурлыҡ һәм ижад, тәмле ризыҡ һәм һаулыҡ, бәхетле ғаилә һәм башҡа төрлө майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Бынан тыш бында ҡунаҡҡа килеүселәр диспансеризация , флюорография , маммография үтә алды, шулай уҡ терапевтҡа күренеү мөмкинлеге булды.