Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Март 2021, 12:07

“Оҙон тәнәфес” шәп үтте

Сибай ҡалаһында “Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек” йылы сиктәрендә беренсе тапҡыр йәштәр араһында “Оҙон тәнәфес” тип исемләнгән спорт фестивале уҙғарылды.

Сибай ҡалаһында “Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек” йылы сиктәрендә беренсе тапҡыр йәштәр араһында “Оҙон тәнәфес” тип исемләнгән спорт фестивале уҙғарылды. Сарала «Сбербанк», «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективтары, ҡаланың 7-се урта мәктәбе, үҙәк дауахана хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт учреждениелары ҡатнашты. Конкурсанттар үҙҙәренең физик әҙерлеген күрһәтеп кенә ҡалманы, интеллектуаль һәм ижади конкурстарҙа ла көс һынашты. Фестивәлдә иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп 7-се урта мәктәптең йыйылма командаһы еңеп сыҡты. Икенсе урынды мәҙәниәт учреждениеларының йыйылма командаһы яулаһа, өсөнсө урынға Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһы сыҡты. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ҡала хакимиәте исеменән сараны ойоштороусы "Үҫмерҙәр" клубына, "Техно Терра" балалар технопаркына, ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитетына, "Алға Сибай" йәмәғәт ойошмаһына рәхмәтен белдерҙе.