Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Февраль 2021, 20:13

Диктант яҙҙылар

21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә халыҡ-ара диктант яҙыуға хәйбуллалар әүҙем ҡушылды.

21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә халыҡ-ара диктант яҙыуға хәйбуллалар әүҙем ҡушылды. Диктант яҙыу өсөн төп майҙансыҡтар итеп мәғариф учреждениелары һайланды, унда 789 уҡыусы һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. 587 кеше диктантты башҡорт телендә, 202 кеше рус телендә яҙҙы.