Хәйбулла районы үҙәк китапханаһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Туған телдең тере шишмәләре» тип исемләнгән фольклор фестивале уҙғарылды. Сарала район мәҙәниәт йортоноң «Ҡош юлы», Татыр–Үҙәк ауылынан «Вишенка» фольклор коллективтары, рус халыҡ фольклорын йыйыусы һәм һаҡлаусы, йырҙар, балладалар башҡарыусы, төбәк –ара конкурстар лауреаты Алла Пронькина ҡатнашты.
Фестивалдә ҡатнашыусылар «Ҡош юлы» фольклор коллективының беренсе етәксеһе Әсмә Усманова репертуарынан «Ситән үрәм», «Өйрәккәйем сумаһың» милли уйындарын, рус халҡы йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләнеләр, халыҡ йырҙарын башҡарҙылар, боронғо халыҡ музыка ҡоралы – гуслиҙа унап ишеттерҙеләр.
Шулай уҡ «Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы. Фольклор – душа народа» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо.