Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Февраль 2021, 18:23

Эх, быймаһы!

Байрамда мәктәп уҡыусылары, "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, Антингән һәм Әбүбәкер ауылының"Ағинәйҙәр" клубы, ауыл халҡы һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылының күп функциялы клубы хеҙмәткәрҙәре 17 февралдә «Эх, быймаһы!» тип исемләнгән байрам сараһы ойошторҙо. Байрамда милли традицияларҙы берләштереп төрлө күңелле уйындар, бейеүҙәр, йырҙар һәм конкурстар ойошторолдо. Сараның төп атрибуты –быймаға ҙур иғтибар бүленде: быйма бейеүе һәм парады уҙғарылды.
Байрамда мәктәп уҡыусылары, "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, Антингән һәм Әбүбәкер ауылының"Ағинәйҙәр" клубы, ауыл халҡы һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Байрам сараһын йәмләп Рамзан Насибулла улы Назаров ҡарҙан быйма әүәләп ҡуйҙы. Шулай уҡ баҫылған һәм төрлө стидә биҙәлгән аяҡ кейемдәре дефилеһын да ҡатнашыусылар үтә ҡыҙыҡһынып ҡараны. Конкурста ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм Почет грамоталары тапшырылды.