Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Февраль 2021, 14:13

Спорт – йәшәү нормаһы

Сибай ҡалаһы “Труд” стадионында «Лёд надежды нашей – 2021» тип исемләнгән конькиҙа йүгереү ярышы үтте. Ярышта ғаилә парҙары, хеҙмәт коллективтары, үҫмерҙәр һәм балалар көс һынашты.

Сибай ҡалаһы “Труд” стадионында «Лёд надежды нашей – 2021» тип исемләнгән конькиҙа йүгереү ярышы үтте. Ярышта ғаилә парҙары, үҫмерҙәр һәм балалар көс һынашты.
Хеҙмәт коллективтары араһында 1-се урынды - Сибай Магистраль газ торбаларының линия производствоһы идаралығы, 2-се урынды - ҡала мәғариф бүлеге, 3-сө урынды - янғын һүндереү бүлеге яуланы.
Ғаилә парҙары араһынан алтын миҙалға - Князевтар, көмөшкә – Ҡырымғужиндар, бронза миҙалға Костицындар лайыҡ булды.
Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡала хакимиәтенең Физик культура һәм спорт комитетынан Почет грамоталары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.