Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Февраль 2021, 17:37

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2021

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың ваҡыты тағы ла күсерелде.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2021 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы, илдә эпидемиологик хәл яҡшырғансыға тиклем, апрелдән сентябрь айына күсереү ҡарарын ҡабул итте.
- Бөгөнгө көндә коронавирус пандемияһы менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Ауырыусылар һирәгәйә, шулай уҡ вакцинациялау ҙа бик әүҙем бара. Шуға күрә был вирусҡа коллектив иммунитет барлыҡҡа килгәнен бер аҙ көтөргә генә кәрәк. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ауырыу таратыуға юл ҡуймаҫҡа тейеш, киреһенсә, был сара барыбыҙҙың да күңелендә тарихыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнашлығыбыҙҙы белгерткән ыңғай хистәр уятырға тейеш, -тине Росстат етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов.
#Всероссийскаяпереписьнаселения