Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ғинуар 2021, 11:05

ӘБЕШ ЮЛДАРЫ ТАҠЫР

"Иртән тороуға урамдар таҙартылған була, эшкә, уҡыуға таҡыр, яҡтыртылған юлдан рәхәтләнеп барырға мөмкин", - тип ҡыуана Әбеш ауылы биләмәһе халҡы.

Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы киң мөмкинлектәр аса. Уға ярашлы, бөгөн күп кенә төбәктәрҙә халыҡтың хыялы тормошҡа аша, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Мәҫәлән, Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһе нәҡ ошо программа менән МТЗ 82.1 тракторын алыуға өлгәшкән.
--Бынан 3-4 йыл элек кенә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу ҙур проблема булып тора ине, ППМИ программаһы буйынса йылы гараж төҙөлөп, МТЗ 82.1 тракторы алғас эш күпкә еңеләйҙе. Хәҙер иртән тороуға урамдар таҙартылған була, эшкә, уҡыуға таҡыр, яҡтыртылған юлдан рәхәтләнеп барырға мөмкин. Бер көн эсендә трактористар Йыһангир Ҡыҙрасов һәм Нурислам Кускилдин алмашлап, биш ауылдың да урамдарын ялтыратып таҙартып ҡуя,--тип ҡыуана Әбеш ауылы биләмәһе халҡы.