АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Декабрь 2020, 14:25

Иң матур тел—минең телем

Туған тел—ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Башҡорт теле—ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Башҡорт тигән исемде һаҡлар, ғәзиз телебеҙҙе киләсәк быуынға аманат итеп еткерер өсөн ата-бабаларыбыҙ бы-уаттар буйы азатлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәш алып барған. Тел—ул аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә кешенең күңел байлығын, зиһенен, аҡылын, рухи донъяһын сағылдырыусы ла.

Туған тел—ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Башҡорт теле—ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Башҡорт тигән исемде һаҡлар, ғәзиз
телебеҙҙе киләсәк быуынға аманат итеп еткерер өсөн ата-бабаларыбыҙ бы-уаттар буйы азатлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәш алып барған. Тел—ул аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә кешенең күңел байлығын, зиһенен, аҡылын, рухи донъяһын сағылдырыусы ла.
Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында Башҡорт теле көнөнә арналған “Иң матур тел—минең телем” тип исемләнгән байрам сараһы уҙғарылды. Башҡорт теле уҡытыусылары Г.Ә.Дәүләтбаева һәм Н.М.Абдуллина етәкселегендә беренсе курс студенттары халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы, Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Динә Талхина, Баязит Бикбайҙың шиғырҙарын һөйләне. Кисәне Салауат Кәримов, Искәндәр Ирназаров башҡарыуындағы йырҙар биҙәһә, Илнур Мөхәмәтйәнов “Бөрйән егеттәре” бейеүен башҡарып, тамашасыларҙың күңеленә дәрт өҫтәне. Әдилә Вәлиева һәм Искәндәр Ирназаров башҡорт милли көйҙәрен ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе.
—2020 йыл Башҡорт теле йылы тип билдәләнгәс, колледжда телебеҙгә арналған байтаҡ саралар ойошторолдо. Йыл дауамында “Шәжәрә төҙөү”, “Иң яҡшы инша”, “Нәфис һүҙ оҫтаһы”, “Башҡорт халыҡ йырҙарын беләһеңме?” конкурстары, викториналар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, тел айлығы, тел аҙналығы уҙғарылды. Бөгөнгө байрам Башҡорт теле йылын йомғаҡлау сараһы ла булып тора. Уҡыу йортонда уҙғарылған бар саралар башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелде. Шуныһы ҡыуаныслы: башҡа йылдарға ҡарағанда быйыл уҡыуға инеүселәр араһында башҡорт телен белеүселәр күп. Улар үҙҙәре беҙҙе саралар ойоштороуға дәртләндереп тора, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнашалар. Былар барыһы ла уҡытыусыларҙы яңы бейеклектәргә әй-ҙәй, ең һыҙғанып эшләргә єтәргес бирә. Студенттарыбыҙҙың барыһына ла һаулыҡ, башҡорт телен артабан үҫтерергә кәрәклеген онотмауҙарын теләйем. Сөнки үҙ илеңдә үҙ телеңде белеп йәшәү—һәр беребеҙҙең изге бурысы. Үҙ туған телендә һөйләшкән, тарихын белгән, моңон тойған халыҡ мәңге йәшәйәсәк,—ти колледждың башҡорт теле уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы Гөлсинә Әхәт ҡыҙы.
Байрам тантанаһында сарала ҡатнашыусы Салауат Кәримов, Артур Ғибәҙәтов, Артур Ирғәлин, Зөбәржәт Оморҙаҡова, Мәймүнә Абдуллина, Ис-кәндәр Ирназаров, Әдилә Вәлиева, рес-публика олимпиадаһында ҡатнашыусы Илнар Танһыҡҡужин, Денис Ирназаров, Нәфисә Мофаззалова, Гөлфиә Ирғәлина, “Шәжәрә” конкурсының “Шәжәрәңде беләһеңме?”, “Иң матур шәжәрә” номинациялары еңеүселәре Наҙгөл Хөснөтдинова, Диана Исламғолова Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Туған телдең кешене белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләүен оноторға ярамай. Һәр граждандың үҙ иленең патриоты булыуы, телде хөрмәтләүе лә уның үҫешенә булышлыҡ итә. “Телде үҫтергән—илде үҫтерер”, ти халыҡ мәҡәле. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҫтерәйек.
Читайте нас: