Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ноябрь 2020, 15:25

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘГЕ ИҢ МАТУР ҺҮҘ

Республикала халыҡ фекерен белеү буйынса проект старт ала. Унда Башҡортостанда йәшәүсе, ошонда тыуып, әле ситтә ғүмер итеүсе яҡташтарыбыҙ ҡатнаша ала.

Республикала халыҡ фекерен белеү буйынса проект старт ала. Унда Башҡортостанда йәшәүсе, ошонда тыуып, әле ситтә ғүмер итеүсе яҡташтарыбыҙ ҡатнаша ала.
Рәсәйҙә “Иң матур башҡорт һүҙе” проектының аналогтары юҡ. Уны “Медиаформат” балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм “Телешко” балалар телевидение мәктәбе ойоштора. Был проект Башҡортостанда дәүләт телдәрен үҫтереү буйынса Башлыҡ грантына дәғүә итә.
Бөгөн иң яҡшы 100 фильмды, иң яҡшы 5 китапты, иң яҡшы 7 илде билдәләү интернетта популяр булып китте. Ошо ише беҙ бергәләп 12 һүҙҙе һайлаясаҡбыҙ. Унан абсолют лидер билдәләнә.
Башҡортостанда йәшәүселәргә һирәк ҡулланылған, ҡулланыуҙан төшөп ҡалған һүҙҙәр ҙә тәҡдим ителәсәк. Был тел байлығын, матурлығын билдәләйәсәк, шулай уҡ һүҙ запасын үҫтерергә ярҙам итәсәк.
Әле “Телешко”ның йәш журналистары халыҡ фекерен ала башлаған.
https://www.youtube.com/watch?v=CnGfOh7ED8w&feature=youtu.be
Тауыш биреү ике этапта үтә:
1-15 ноябрҙә һәр кем bashslovo.ru сайтында үҙ фекерен белдерә ала, йәғни иң матур һүҙҙе тәҡдим итә.
22 ноябрҙә иң матур 12 һүҙ һайланып алына. Ә 14 декабрь – Башҡорт теле көнөндә иң матур һүҙ билдәле буласаҡ.
Проект авторы – Рөстәм Аҙнабаев – режиссер, продюсер, “Телешко” балалар телевидениеһы директоры.