АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Октябрь 2020, 11:00

Ялтыр юлдан елдерәләр

18 октябрҙә Рәсәйҙә билдәләнәсәк юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн Сибай ҡалаһының «Сибайдорстрой» йәмғиәте эшселәре күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала. Яҙ, йәй, көҙ буйы туҡтамай эшләп, ҡалабыҙ урамдарын төҙөкләндереүселәр урында эш булыуға һөйөнә. Ошо көндәрҙә улар Сармат ҡасабаһы юлдарына асфальт түшәй башланы. Шәхси секторҙа йәшәүселәрҙең күптәнге хыялы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә, ниһайәт, тормошҡа ашты. Әйткәндәй, әлеге программа буйынса 2019 йылда сарматтарҙың 12 проекты комиссия тарафанан баһаланыуы һәм үтеүе ҡасабала территориаль йәмәғәт үҙидаралығының шәп эшләүен иҫбатлай.

Асфальт ҡатламы иң беренсе сиратта Тасимов урамына йәйелде. Ҡасабала йәшәүселәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы уңайлы ҡала шарттары тыуҙырылыуға, хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары барлыҡҡа килеүгә ҡыуана.
—Сарматта төҙөлөш эшен яҡшы аңлаған халыҡ йәшәй. Юлдарҙы һалыу, асфальт түшәүсе техниканың туҡтауһыҙ геүләүе, гудрон еҫе ваҡытлыса ғына булыуын төшө-нөүҙәре яҡшы,—ти«Сибайдорстрой» яуаплылы-ғы сикләнгән йәмғиәте директорының производство буйынса урынбаҫары Александр Елизарьев. —Беҙҙең предприятие ҡасабаның 3 урамын төҙөкләндерә. Көҙ буйына эш етерлек.
Башҡалар коронавирус пандемияһына бәйле ситтән тороп эшләһә, юлсыларға ундай мөмкинлек юҡ. Улар иртә яҙҙан алып тәүге ҡар ятҡансы ҡала урамдары юлдарын ремонтлауға күнеккән. Быйыл көҙ юлсыларҙың хеҙмәтенә үҙе ҡеүәт биреп, сыуаҡ, ҡоро килеп ҡыуандыра.
«Сибайдорстрой» йәмғиәте эшселәре Сарматҡа килгәнгә ҡәҙәр Таулы, Баймаҡ, Сағанлы, Октябрҙең 40 йыллығы, Крупская, Белов урамдарында юлдарҙы рәт-ләгән. Бынан тыш, улар “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында, Чайковский урамы ихаталарында эшләүҙәрен дауам итә. Әлегә ихаталар эсенә асфальт түшәлә, артабан биләмә-не йәшелләндереүгә тотонмаҡсылар.
Йәмғиәткә 2009 йылда килгән Александр Елизарьевҡа алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килә. Иртәнсәктән эш урынында булып, юлсыларға фарман бирһә, кис документация менән ултыра. Сарматта юлдарҙы рәтләй башлағас, тағы ла көсөргәнеш өҫтәлгән. Дүртенсе аҙна инде 10 кешенән торған бригада бында эшләй. Улар 3 урамдың да таш түшәме өҫтөнә башта дресьва ҡатламы йәйгән. Унан ҡырсынташ һалып юлды күтәрткән, шунан ғына Тасимов урамына асфальт һалыуға күскән. Әлеге көндә эшселәр Металлургтар урамын тамамлап, Профсоюздар урамын башлаған.
—Сарматтың Металлургтар урамына йорт һалып сығыуыбыҙға 5 йыл була. Автомобилле кешенең башында ике уй инде—гараж да юл. Ҙур, иркен итеп гараж төҙөп бөтөүебеҙгә юлдар шымарҙы. Ике хыялыбыҙ бер юлы тормошҡа ашыуына шул тиклем ҡыуандыҡ. Балаларҙы роликта, гидроскутерҙарҙа йөрөргә ҡалаға алып сыға инек, хәҙер үҙебеҙҙә рәхәтләнеп шыуалар,—ти Лилиә һәм Шамил Рәхимовтар, юлсыларға, программала ҡатнашып, иғәнә индереүсе урам халҡына, ҡала, республика етәкселегенә рәхмәттәр әйтеп.
Асфальт түшәлгән ике урамдың да эш һөҙөмтәләрен ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге белгестәренән, территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Гөлнур Диярованан торған махсус комиссия ҡарап, тикшереп, шунан ғына ҡабул итеп ала.
#нацпроекты#миллипроекттар
Алена Тарасова фотоһы.
Читайте нас: