Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Октябрь 2020, 11:00

Фельдшер-акушер пункты—заман талабы

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлөшө тамамланды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы бинаның дөйөм майҙаны 92 квадрат метр тәшкил итә. Бында 1176 кеше беренсел медик-санитар ярҙам аласаҡ.

Элекке фельдшер-акушер пункты санитар нормаларға яуап бирмәгән ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан ине. Хәҙергеһе заманса йыһазландырылған, медицина кабинеты, ҡарау, процедура бүлмәләре иркен һәм яҡты. Санузелдың булыуы ла уңайлы эш шарттары тыуҙыра.
Быйыл районда ошондай 5 заманса медицина учреждениеһын сафҡа индереү ҡаралған. Күптән түгел генә Әбештә, Степнойҙа ФАП асылды. Йыл аҙағына ҡәҙәр Әбүбәкир һәм Атингән ауылдарына ла сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе барып етәсәк.
#нацпроекты#миллипроекттар