АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2020, 13:00

Юл буйы сервисында үҙгәрештәр көтөлә

Хөкүмәттә республика биләмәһендә юл буйы сервисын үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды. Кәңәшмәне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.Вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, республикала махсус ведомство-ара эш төркөмө булдырылған һәм эшләй, шулай уҡ юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү буйынса саралар планы формалаштырылған. Был планға ярашлы, объекттар локацияһын билдәләү буйынса әҙерлек саралары үткән, инвесторҙар өсөн махсус шарттар булдырыуға нигеҙләнгән тейешле норматив документтарға үҙгәрештәр индерелгән.

Хөкүмәттә республика биләмәһендә юл буйы сервисын үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды. Кәңәшмәне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.
Вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, республикала махсус ведомство-ара эш төркөмө булдырылған һәм эшләй, шулай уҡ юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү буйынса саралар планы формалаштырылған. Был планға ярашлы, объекттар локацияһын билдәләү буйынса әҙерлек саралары үткән, инвесторҙар өсөн махсус шарттар булдырыуға нигеҙләнгән тейешле норматив документтарға үҙгәрештәр индерелгән.
Эш төркөмө эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып юл буйы объекттарын төҙөү өсөн майҙансыҡтар, инвестор өсөн ярҙам һәм дәртләндереү сараларын булдырыу, объекттарҙы халыҡ-ара кимәлдәге сараларға әҙерләү буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау һәм башҡалар тора.
Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында Туризм, Сауҙа, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеттарына был сарала ҡатнашыусыларға кәрәк булған юл буйы сервисы объекттарын мониторингларға ҡушылды.
Бөгөн республика биләмәһендә 953 юл буйы сервисы объекты бар.
Һигеҙ муниципалитеттың 28 объектын ҡарап сыҡҡас, ял итер өсөн булған майҙансыҡтарҙың талаптарға яуап бирмәүе асыҡланған. Талаптар шундай: хәүефһеҙ хәрәкәт, биләмәнең төҙөклөгө, комплекс эсендәге уңайлы шарттар, хеҙмәтләндереү кимәле, санитар хәле һәм башҡалар.
Республика биләмәһендә 2020 - 2024 йылдарҙа юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү концепцияһына ярашлы, уларҙы берҙәм стилдә төҙөргә һәм милли айдентиканы файҙаланырға кәңәш ителә.
Андрей Назаров Хөкүмәт ағзаларына республика биләмәһендә юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү эшен әүҙемләштерергә һәм барлыҡ талаптарҙы үтәргә ҡушты.