Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Сентябрь 2020, 11:00

Студенттарға инспектор булыу оҡшай

Хәйбулла районы ауылдарының белем усаҡтарында ла аҡ халатлы йәштәр уҡыусылар сәләмәтлеген тикшереүгә баҫты. Башҡорт дәүләт медицина университетының V курсында уҡыған Эльмира Рәүил ҡыҙы Әбүбәкирова Бүребай мәктәбендә инспектор вазифаһын башҡара. Азалия Мәмбәтова Аҡъярҙың -- 1-се, Яҙгөл Асҡарова 2-се мәктәптәрендә балалар сәләмәтлеген тикшерә.

Яңы уҡыу йылы башында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы республика мәктәптәрендә медицина инспекторҙары эшләй башланы.
Инспекторҙар итеп ординаторҙар, Башҡорт дәүләт медицина университетының һәм медицина колледждарының өлкән курс студенттары һайлап алынды.
Хәйбулла районы ауылдарының белем усаҡтарында ла аҡ халатлы йәштәр уҡыусылар сәләмәтлеген тикшереүгә баҫты. Башҡорт дәүләт медицина университетының V курсында уҡыған Эльмира Рәүил ҡыҙы Әбүбәкирова Бүребай мәктәбендә инспектор вазифаһын башҡара. Азалия Мәмбәтова Аҡъярҙың -- 1-се, Яҙгөл Асҡарова 2-се мәктәптәрендә балалар сәләмәтлеген тикшерә.
Улар уҡыусылар менән коронавирусты киҫәтеү буйынса профилактик эштәр алып бара. Мәктәптә медицина испекторҙары булыуҙары студенттарға практика булараҡ иҫәпләнә.
--Көн һайын иртәнсәк уҡыусыларҙы мәктәпкә тикшереп индереп индерәбәҙ, тән температураһын үлсәйбеҙ. Шулай уҡ белем усағында антисептик сараларҙы ҡулланыуҙы, социаль дистанцияны, бактерицид лампаларҙың булыу-булмауын, еүеш йыйыштырыу барышын контролдә тотабыҙ,--ти Эльмира Әбүбәкирова.—Бындай хәүефһеҙлек саралары сир таралыуҙы киҫәтһә, балалар, уҡытыусылар менән эшләү уҡыу йортонда алған белемебеҙҙе практикала нығытыуға булышлыҡ итә.
#нацпроекты#миллипроекттар