АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Июль 2020, 16:10

78 йәшкә етербеҙме?

Уҙған йылдың ошо осоро менән саҡыштырғанда үлем һаны быйыл кәмегән. Былтыр Рәсәй халҡының уртаса йәшәү оҙонлоғо 73,4 йыл менән иҫәпләнде. Уны 78-гә еткереү бурысы ҡуйылды...

Башҡортостанда демографик хәл нисек? Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең рәсми сығанаҡтарына күҙ һалырға саҡырабыҙ.
Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә. Шуған һандар бирәбеҙ:
2000 йылда 53550 кеше үлгән, был 1000 кеше башына алынған иҫәптең 13 процентын тәшкил итә. Шуның 32257-һе (1000 кешегә алынған иҫәптә - 12, 2 процент)-- ҡалаларҙа, ә 21293-ө (14,4 процент) ауылдарҙа йәшәгән.
2018 йылда 50440 кеше вафат булған, йәғни 12,4 процент. Күреүегеҙсә 2000 йылға ҡарағанда үлем осрағы кәмегән. Хәҙер ауыл һәм ҡалаға бүлеп ҡарайыҡ. Ҡалаларҙа 28018 кеше үлгән (1000 кешегә алынған иҫәп буйынса 11,1 процент), ә ауылда был һан - 22422 (14,6 процент). Күренеүенсә, был юлы ауыл күберәк халҡын юғалтҡан.
2019 йылдың ғинуар-май айҙарында республика буйынса дөйөм үлем күрһәткесе - 21174 (12,6 процент). Ҡалаларҙа - 11903 (11,4), ауылдарҙа - 21490 (14,1).
Ә быйылғы йылдың ғинуар-май айында хәлдәр былайыраҡ: дөйөм күрһәткес - 21101 (1000 кеше башынан иҫәпләнгән иҫәптә 12,6 процент), ҡалаларҙа - 11842 (11,3 процент), ауылдарҙа - 9259 (14,7процент).
2020 йылға бәйле тағы шундай статистика бирәбеҙ:
Республикала 1 ғинуарға алынған мәғлүмәт буйынса 4038151 кеше йәшәй. Ғинуар-апрель айҙарында 13137 бала тыуған, ошо уҡ айҙарҙа 16502 кеше үлгән. Үлеүселәрҙең 68-е -- 1 йәшкә тиклемге сабый, 82-һе -- 4 йәшкә тиклемге бала, 123-ө - 17 йәшкә тиклемге үҫмер, хеҙмәткә яраҡлылар - 3977, хаҡлы ялдағылар - 12398. Вафат булыусыларҙың 8565-е --көслө зат вәкилдәре, ҡалғандары -- ҡатын-ҡыҙҙар.
Сағыштырыу өсөн: 2019 йылдың ғинуар-апрель айҙарында 16981 кеше үлгән. Былтыр ҙа ир-егеттәрҙе күберәк юғалтҡанбыҙ.
Күреүегеҙсә, һуңғы ике йылды сағыштырғанда, үлем осрағы кәмегән.
Кисә генә Кремль сайтында ил Президентының указы баҫылды. Унда ул Рәсәй халҡының ғүмер оҙонлоғон 2030 йылға тиклем 78 йәшкә еткерегә ҡуша. "Халыҡты, кешеләрҙең һаулығын һәм именлеген һаҡлау" милли проектына ярашлы, ил халҡының һанын арттырыу, ярлылыҡты кәметеү, спорт менән шөғөлләнеүселәр иҫәбен күбәйтеү бурысы тора.
Билдәле булыуынса, 2019 йылда Рәсәй халҡының ғүмер оҙонлоғо 73,4 йәш менән иҫәпләнде.