Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июль 2020, 15:30

ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮГӘ АРНАЛА

Иртәгә Өфөлә "Парктағы ҡала" исемле семинар уҙғарыла. Сара ауыл һәм ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыуға арнала.

Өфөлә "Парктағы ҡала" исемле семинар уҙғарыла. Сара ауыл һәм ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыуға арнала.
21 июлдә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда республика муниципалитеттары вәкилдәре йыйыласаҡ. Улар төҙөкләндереү мәсьәләләрен ҡараясаҡ, тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Сараны Башҡортостан Ҡалалар үҫеше институты һәм Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ойоштора.
Семинарҙың төп йүнәлеше - милли проекттарҙы, төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырыу.
"Семинар Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы уҙғарыла", - тип белдерә Башлыҡтың йәмәғәт урындары үҫеше һәм уңайлы ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса советнигы Ольга Сарапулова.
Ҡалаларҙы үҙгәртеү буйынса Башҡортостан лидерҙар рәтендә. Милли проекттарҙың, ҡала инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән бюджет сараларының әһәмиәте ҙур.
Мәҫәлән, Бөрө ҡалаһында үҙәк ҡала майҙаны реконструкцияланған, шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм канализацияһы тәртикә килтерелгән, иҫке инженер селтәрҙәре алмаштырылған, законһыҙ рәүештә төҙөлгән төҙөлөштәр алынған, тарихи биналар ремонтланған.
Семинарҙа "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу", "Башҡорт ихаталары" программалары, уларға бәйле килеп тыуған проблемалар ҡараласаҡ.
Фойела күргәҙмә эшләйәсәк. Унда урындағы етештереүселәрҙең төҙөкләндереү материалдары ҡуйыласаҡ.
Фото интернеттан.