Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Июль 2020, 01:41

“Һөт кухнялары”нда яңы ҡағиҙәләр

Башҡортостанда мохтаждар өсөн бушлай һөт, йогурттар, кефир биреү ҡағиҙәһе ябайлаштырыды. Хәҙер “һөт кухнялары” яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләй. Нимәләр үҙгәргән? Һөт продукцияларын алыр өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Башҡортостанда мохтаждар өсөн бушлай һөт, йогурттар, кефир биреү ҡағиҙәһе ябайлаштырыды. Хәҙер “һөт кухнялары” яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләй. Нимәләр үҙгәргән? Һөт продукцияларын алыр өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Нимә ул “Һөт кухнялары” ?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән “Һөт кухнялары” программаһы яңынан эшләй башланы. Программа сиктәрендә дәүләт предприятиелары кефир, эремсек, һәм башҡа файҙалы һөт аҙыҡтары етештереп, мохтаждарға таратып бирә. Бөгөнгө көндә заманса һөт эшкәртеү цехтары Өфөлә, Белоретта, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьский һәм Сибай ҡалаларында эшләй. Оҙаҡламай Үрге Ҡыйғыла тағы бер цех асыласаҡ. Балаларҙы һөт менән тәьмин итеүсе ҙур масштаблы программа әлегә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә юҡ.
Бушлай һөт кемдәргә тейеш?
“Аҙ тәьмин ителгәндәр” категорияһына ҡараған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар, бала имеҙгән әсәләр һәм өс йәшкә тиклемге балалар бушлай һөт продукцияһы алырға хоҡуҡлы. Ғаиләнең рәсми килеме йәшәү минимумынан түбән булған осраҡта бирелә. Һөт продукцияларының төрө баланың йәшенә һәм һаулыҡ күрһәткестәрен иҫәпкә алып билдәләнә.
“Һөт кухнялары”на килеүселәргә табиптар һәм эксперттар биш төрлө туҡланыу рационын төҙөнө. Бында кефир, йогурт, эремсек, ҡоро яраҡлаштырылған ҡатышмалар, ҡоро бутҡа, махсуслаштырылған һөт продукттары инә. Улар өсөн һөт урындағы етештереүселәрҙән алына.
Сифатлы продукцияны тәмләп ҡарағылары килгәндәргә асыҡ һатыуҙан алыу мөмкинлеге булдырылды.
Был программаға эләгеү өсөн ғайҙа мөрәжәғәт итергә? Ниндәй документтар йыйырға?
Ошондай документтар кәрәк буласаҡ:
Паспорт (балалар өсөн – тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ) —бөтә биттәрҙең дә оригиналы һәм копияһы.
Йәшәү урынына теркәлеү тураһындағы белешмә. (Мотлаҡ Башҡортостанда теркәлгән булырға тейеш). Был белешмәне паспорт алыу урынында, ауылда йәшәүселәр ауыл советында ала ала. Белешмәнең ҡулланыу ваҡыты 30 көн.
Иғтибар! Аҙ тәьмин ителгәнлек тураһындағы белешмәне участка табибына ғына тапшырырға кәрәк буласаҡ!
Өҫтәмә документтар:
Йөклө ҡатындар өсөн:
Табип-гинекологтан ҡатындың иҫәптә тороуы тураһындағы белешмә. Был белешмә өс ай эсендә бирелергә тейеш.
Бала имеҙеүсе ҡатындарға:
Табип-педиатрҙан баланы имсәк һөтө, йә ҡатнаш туҡландырыу тураһындағы белешмә. Ул да ғариза яҙғанға тиклем өс айҙан да алда алынмаған булырға тейеш.
Өс йәшкә тиклемге балаларға:
Балаға махсус аҙыҡ тейешлеге тураһындағы белешмә. Бер йәшкә тиклемге балаларға ашау үҙенсәлеген билдәләргә кәрәк. Ғариза яҙғанға тиклем алты айҙан да алда алынмаған булырға тейеш.
Ата-әсә икәнлегегеҙҙе раҫлаған документтар (паспорт, атайлыҡты билдәләү тураһында таныҡлыҡ – копиялары һәм оригиналдары).
Документтар бөтә “һөт кухня”ларында ла ҡабул ителә. Башҡортостанда уларҙың һаны - 97. Шул иҫәптә 26 нөктә аҙна буйы эшләй, бында һөт продукциялары бушлай таратыла, теләгәндәргә һатып алырға ла мөмкин. Адрестар исемлеге доступен по этой ссылке. Ғариза бланктарын да бында уҡ алырға була.
Ғаризаларығыҙ 20 эш көнө эсендә ҡараласаҡ, документтар дөрөҫ йыйылған булһа, кухнянан килешеү төҙөү өсөн саҡырып шылтыратасаҡтар, йә смс хәбәр ебәрәсәктәр.
Мөһим яңылыҡ: айҙың 15-енә тиклем килешеү төҙөгәндәр, һөт продукцияларын шунда уҡ аласаҡ, 15-енән һуң булһа, киләһе айҙан бирелә.
Һорауҙар барлыҡҡа килгәндә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:
- ДАУ “Һөт кухняһы” Телефоны: +7 (347)246-55-01. Электрон адресы: [email protected]