Мәктәпте тамамлап, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алған йәштәргә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү өсөн Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә “Киләсәккә билет” тип исемләнгән проект тормошҡа ашырыла башланы.
Был проект Башҡортостан мәктәптәренең 6-11-се класс уҡыусыларына иҫәпләнгән. Үҫмерҙәргә ниндәйҙер һөнәр буйынса үҙҙәре эшләп ҡарау мөмкинлеге булдырылды.
- Башҡортостанда был проектың операторы булып Профессиональ әҙерлекте арттырып үтәү үҙәге билдәләнде. “Киләсәккә билет” уҡыусыларға мәктәп йылдарынан уҡ үҙҙәрен төрлө һөнәрҙәрҙә һынап ҡарау өсөн бик уңайлы буласаҡ, - тине Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.
Проект өс этаптан тора. Беренсе этапта уҡыусыларҙың һөнәр һайлауға әҙерлеге билдәләнәсәк. Икенсе этапта урында һәм онлайн-форматта практик саралар ойоштороу ҡаралды. Ике этап һөҙөмтәһе буйынса һәр уҡыусы менән әңгәмә уҙғарыла һәм мәғариф траекторияһын төҙөү буйынса кәңәштәр биреләсәк.
Башҡортостанда был проект июлдә старт ала һәм ноябргәсә дауам итәсәк. Проект майҙаны 68 компетенцияла 15 бүлеккә бүленеп уҙғарыла. Уҡыусыларға һайлаған һөнәрҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡарау тәжрибәле белгестәр етәкселегендә уҙғарыласаҡ.