6 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Йәмәғәт арауығы сәғәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы» темаһына онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмә барышында Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярын, ҡала парктарын төҙөкләндереү эштәре тикшерелде.
Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы «Имәнлек» скверын төҙөкләндереү көҙгә тиклем тамамланасаҡ, ә Ағиҙел йылғаһының яры баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн тулыһынса 1 августа асылырға тейеш.
– Миңә яңы ғына асылған «Торналар бейеүе» фонтаны янындағы скверҙың төҙөлөшө бик оҡшаны. Хәҙер был майҙансыҡты тулыландырырға, төрлө саралар ойоштороға кәрәк. Урамда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү ҡәтғи рәүештә тыйылды, - тине Радий Хәбиров.
2020 йылда Октябрь районындағы “Ҡашҡаҙан” паркы эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ 1 сентябрҙә Сипайлово биҫтәһендә күптән көтөлгән балалар баҡсаһы асыласаҡ. 2021 йылда республика төҙөлөшөн үҫтереү программаһына был биҫтәлә яңы дауахана төҙөү индерелде. Киләсәктә Дим биҫтәһендәге “Баланлы” паркын, Инорстағы Йылы күл ярын төҙөкләндереү ҡаралған.
Артабан кәңәшмәлә Октябрь, Революция, Цюрупа урамдарын реконструкциялау, торлаҡ-коммуналь хужалығы һорауҙары ҡаралды.